+30 °С
Болотло


Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡуйҙы.
"Бөгөн Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына йөҙ йыл.
Легендар лётчик-штурмлаусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, яҡташтарыбыҙ араһында берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы – уның наградаларын һанап бөтөрлөк түгел. Батырлыҡтары – мәңгегә халыҡ хәтерендә.
Яугир, Башҡортостандың лайыҡлы улы, рухлы ысын патриот. Ғорурланабыҙ! Геройыбыҙ мәңге хәтерҙә!" - тип яҙҙы ул.
Фото Р. Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
https://bashgazet.ru