Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
12 Июль 2022, 02:04

Башҡортостанда мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын ҡуллана башлаған

Енәйәтселәр бәйләнешкә сыҡмай, ә ҡатынға полицияға мөрәжәғәт итергә тура килә.

Башҡортостанда мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын ҡуллана башлағанБашҡортостанда мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын ҡуллана башлаған
Башҡортостанда мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын ҡуллана башлаған

«Беҙҙең банк һеҙгә бик отошло кредит картаһын хупланы, әммә килтергән өсөн түләргә кәрәк». Нефтекамала йәшәгән ҡатын мутлашыусыларҙың ошондай тоҙағына эләккән. Ул интернетта кредит картаһына ғариза тултырған, шунан һуң бер нисә тәҡдим менән уға шылтыратҡандар. Шуларҙың береһендә 150 мең һумын тәҡдим иткәндәр. Шылтыратыусыларҙың һүҙҙәренсә, уларҙың банкы Мәскәүҙә урынлашҡан, карта алыу өсөн илтеп биреүҙе һәм страховканы рәсмиләштерергә кәрәк. Ул 35 мең һум самаһы аҡса күсергән, әммә һөҙөмтәлә картаны ала алмаған. Енәйәтселәр бәйләнешкә сыҡмай, ә ҡатынға полицияға мөрәжәғәт итергә тура килә.

Шаран районы полицияһына мутлашыу тураһында ғариза менән 62 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Уға йәнәһе лә банктан яҡшы хәбәрҙәр менән шылтыратҡандар. Шылтыратыусылар ир-егеткә яңы закон көсөнә инеүе хаҡында һөйләй. Бының өсөн һалымды ғына түләп, бер миллион һум күләмендә аҡса бирелергә тейеш икәнен аңлата. Ир кеше ҙур суммала аҡса алыуға ышанған, шуға күрә енәйәтселәргә 600 мең һумға яҡын аҡса күсергән, ләкин түләүҙәр ҙә, аҡсаларын да ала алмаған.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын ҡуллана башлаған
Башҡортостанда мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙың яңы схемаларын ҡуллана башлаған
Автор:
Читайте нас