Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
14 Июль 2022, 00:48

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөн

Өҫтәмә саралар программаһында Башҡортостан буйынса 737 эш биреүсе ҡатнаша.

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөнХеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөн
Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөн

Рәсәй Хөкүмәте эштән бушатылыу хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса тәртипкә үҙгәрештәр индерҙе.  

Бынан ары иҡтисад нигеҙе булып торған ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса эш урындарында өс айҙан алты айға тиклем эшләй ала. Башҡортостанда, мәҫәлән, бындай предприятиелар иҫәбенә “НефАЗ”, “Туймазы автобетоновоздар заводы”, Бәләбәй “Автонормаль” заводы һәм башҡа ойошмалар инә. 

Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн Башҡортостанға ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү өсөн өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу барышы мәсьәләһе буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә. Йәмғеһе өҫтәмә саралар программаһында Башҡортостан буйынса 737 эш биреүсе ҡатнаша.

Уның әйтеүенсә, төбәктә хеҙмәт баҙарындағы хәл тотороҡло, эшһеҙлек кимәле 1,1 процент тәшкил итә, был 21 мең кеше тигән һүҙ.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле эштән бушатылыу алдында торған 8 282 хеҙмәткәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырырға кәрәк.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөн
Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү өсөн
Автор:
Читайте нас