Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
14 Июль 2022, 16:50

Нәбиевтар Казбекты яуланы!

Танылған блогер Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән оҙайлы походта, улар Грузиялағы Казбек тауы түбәһен яуланы. Бейеклеге – 5 034 метр. 

Нәбиевтар Казбекты яуланы!Нәбиевтар Казбекты яуланы!
Нәбиевтар Казбекты яуланы!

Рөстәм социаль селтәрҙәге дуҫтарын яңылыҡтары менән таныштырып бара. “Беҙҙең барыһы ла яҡшы. Казбек – беҙҙең иҫәптә! Икебеҙ ҙә уның түбәһенә менеп еттек, мин донъяла яңы рекорд ҡуйҙым. Беҙгә ышанған һәр кемгә рәхмәт!” - тип яҙҙы ул "Телеграм" каналында.

Индираның быға тиклем ундай бейеклеккә күтәрелгәне булмаған. Рөстәм уны Эвересты яуларға әҙерләүе хаҡында ла белдергән.

Фото Рөстәм Нәбиевтең шәхси архивынан. 

https://bashgazet.ru

ashkadar.com

Автор:
Читайте нас