

1 – 5 августа Бишкәк ҡалаһында һәм Ысыҡ-Күл өлкәһендә бөгөнгө килеп тыуған иҡтисади хәлдә Ҡырғыҙ Республикаһы менән эшлекле бәйләнештәр урынлаштырырға теләгән Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының эшҡыуарҙары өсөн эшлекле сәфәр ойошторола.
Сараны “Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” союзы менән “Татарстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” союзы берлектә ғәмәлгә ашырырға ҡарар иткән.
Эшҡыуарлыҡ миссияһының төп бурысы – Рәсәй төбәктәренең Ҡырғыҙ Республикаһы менән тышҡы бәйләнештәрҙе нығытыу, берҙәм предприятиелар булдырыу, улар араһында тауар әйләнешен арттырыу, иҡтисадтың тармаҡ секторҙарын үҫтереү һәм баҙар талаптарын өйрәнеү.
Эшҡыуарлыҡ миссияһы сиктәрендә Ҡырғыҙстандың етәкселеге, Министрҙар кабинеты вәкилдәре, Ҡырғыҙ Республикаһының Юғары Советы (Парламенты) Рәйесе Талант Мамытов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡырғыҙстан Республикаһының Ысыҡ-Күл өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашыуҙар уҙасаҡ.
Сәфәр барышында Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡырғыҙ Республикаһы төбәктәренең Бизнес-форумын, шулай уҡ Бишкәк ҡалаһындағы предприятиелар, ойошмалар менән танышыу һәм Ысыҡ-күл күленә сәйәхәт ҡаралған.
Эшлекле сәфәрҙә ҡатнашырға теләгән эшҡыуарҙар, предприятиелар түбәндәге һылтанма аша теркәлә ала: https://forms.gle/i7LH2GefEcckdHc4A. Һорауҙар тыуһа, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына Луиза Иршат ҡыҙы Мәһәҙиеваға мөрәжәғәт итегеҙ: +7(347)276-22-78, tpprb@tpprb.ru.
Ҡырғыҙ Республикаһына эшлекле сәфәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru