Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
20 Июль 2022, 03:32

Фильмда ҡатнашыу мөмкинлеге бар...

Өфөлә дауамлы нәфис фильм төшөрәләр. Унда күмәк сәхнәлә ҡатнашыу өсөн кеше лә кәрәк.

Фильмда ҡатнашыу мөмкинлеге бар...Фильмда ҡатнашыу мөмкинлеге бар...
Фильмда ҡатнашыу мөмкинлеге бар...

«Счастье не за горами» тип аталған сериалды «Россия 1» заказы буйынса Мәскәүҙән «Студия 4» һәм Өфөнөң «Уральский кинопарк» студияһы төшөрә.

Фильмдың жанры - детектив, экшн, драма. Беҙгә билдәле актерҙар киләсәк. Улар араһында Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер һәм башҡалар бар. Бөтәһе 70-тән ашыу актер ҡатнаша. Өфөнән, Стәрлетамаҡтан да барҙар.

Сериалды ижад итеүселәр күмәк сәхнә өсөн кешеләр ҙә эҙләй. 18 - 55 йәшлек ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар августан октябргәсә барған эштә ҡатнаша ала. Актер булмаһағыҙ ҙа ярай.

Бының өсөн фото менән үҙегеҙ тураһында t.me/+3fs-f2bpTtU0YzMy телеграм-каналға мәғлүмәт ебәрегеҙ.

+7(993)341-39-96 телефоны буйынса Эляны һорап шылтыратһағыҙ ҙа була, тиҙәр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

ye102.ru

Фильмда ҡатнашыу мөмкинлеге бар...
Фильмда ҡатнашыу мөмкинлеге бар...
Автор:
Читайте нас