

Был хаҡта улар социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Башҡортостан ЦУРы был хәлде контролгә алды, республиканың Айырыуса һаҡлана торған территориялары буйынса дирекциянан коллегалар ҙа ҡушылды.
Башҡортостанда “Асылыкүл” һәм “Ҡандракүл” табиғи парктары территорияһында һирәк осрай торған йәнлектәр һәм үҫемлектәр шаҡтай. Шуға күрә ҡурсаулыҡ һәм заказлы участоктарҙа үләнде сабырға ярамай. Был факт, әммә уның тураһында күптәр белмәй. Һәм халыҡтың сабылмаған үләнгә ҡарата яҙған ялыуҙарына яуап итеп, парк етәкселеге түбәндәге дәлилдәрҙе килтерә. Әйтәйек, Асылыкүлдең һай урындарында Яңы Тормош ауылы янында аҡҡоштар йәшәй. Үлән үҫкән урындарҙа төрлө сысҡан, йомран, терпеләр йәшәй, шулай уҡ бында төрлө ҡоштар оя ҡора. Ҡандракүл күлендә лә шундай уҡ хәл. Бына шуға ла үләнде сабыу табиғәт парктары экосистемаһына насар йоғонто яһарға мөмкин.
Әммә пляждар өсөн йыһазландырылған урындар бар, һәм унда, әлбиттә, тәртип булырға тейеш. Асылыкүлдә Купоярово ауылы яғынан пляж, ә Ҡандракүлдә күлдең көньяҡ яры яғынан өс рәсми пляж асылды.
Ни өсөн парктар территорияһына кереү өсөн аҡса алалар? Быны Башҡортостан Хөкүмәтенең 05.04.2021 йылғы № 127 ҡарары нигеҙендә эшләйҙәр. Аҡса табиғи парктарҙы төҙөкләндереүгә, биотуалеттар һәм сүп-чар бактары урынлаштырыуға, күл төбөн тикшереү һәм уны быяланан, сүп-сарҙан таҙартыуға, территорияны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан даими таҙартыуға тотола.
Табиғи парк территорияһына инеү хаҡы — бер кешегә 250 һум, махсус автотранспорт стоянкаларынан файҙаланған өсөн – тәүлегенә 90 һум. Мәктәп уҡыусылары, мәктәпкәсә йәштәге балалар, пенсионерҙар, һуғыш ветерандары, инвалидтар табиғәт парктарына бушлай йөрөй ала.
Күлдәр тураһында мәғлүмәт — карточкаларҙа.
Ялдарығыҙ матур үтһен!