

Учреждение хәйриә аҡсаһы иҫәбенә күтәрелә. Уның бурысы – дауалап булмай торған сирле өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү.
Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған.
Әлегә хоспис биналарын төҙөү тамамланған, газ ҡаҙанлығы, шулай уҡ йылылыҡ, электр һәм һыу менән тәьмин итеү инженерлыҡ селтәрҙәрәенең бер өлөшө монтажланған. Төҙөүселәр эске биҙәү эштәре һәм биләмәне төҙөкләндереү менән мәшғүл. Радий Хәбиров яңы объект биналарын ҡараны, тышҡы һәм эске эштәр варианттары менән танышты.
Баш ньюс.