

Башҡортостандың Хәйбулла районында бөгөн йәнә урмандарҙа ғәҙәттән тыш, бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана, тип иҫкәрттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.
10 муниципалитетта юғары, дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә. Улар араһында Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Бөрө, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ райондары, шулай уҡ Өфө ҡала округы бар.
Башҡортостандың ҡалған райондарында урмандарҙа янғын хәүефенең уртаса класы фаразлана.
Һуңғы тәүлектә республикала урман янғындары теркәлмәгән.
«Ғәмәлдәге урман янғындары сығанаҡтары юҡ», - тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.
Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып төбәктә бөтәһе 292 гектарҙан ашыу майҙанда 43 урман янғыны сыҡҡан. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо көнгә Башҡортостанда 233 янғын иҫәпләнгән. Ул саҡта 2 731 гектарға яҡын ер уттан зыян күргән.