Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
24 Июль 2022, 07:27

Янғын бер кемде лә аямай

Бөрйән районында сыҡҡан янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итәРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Янғын бер кемде лә аямайЯнғын бер кемде лә аямай
Янғын бер кемде лә аямай

Бөрйән районының Байназар ауылының Салауат Юлаев урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр иртәнге 06.50 сәғәттә ҡабул ителә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү ваҡытында 1985 йылғы ҡатын һәм 2012 йылда тыуған баланың үле кәүҙәләре табыла. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында мәғлүмәт асыҡлана. Янғын 208 квадрат метр майҙанды ялмап алған була. 07.50 сәғәттә һүндерелә. Янғынды һүндереүгә һигеҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән.

Янғын сәбәбе тикшерелә. Объектта тәфтишселәр эште дауам итә.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса төп идаралығынан.

https://bashgazet.ru

 
Янғын бер кемде лә аямай
Янғын бер кемде лә аямай
Автор:
Читайте нас