

Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1856 — 1921) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы. 1856 йылда Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Иҙрис ауылында (Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы, Түбәнге Иҙрис ауылы) тыуған. Ҡурай һәм хикәйәләү оҫталығына Ишмөхәмәт-сәсәндән өйрәнә.
Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә лә ал бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы ала. Ғәбит сәсән Арғынбаевтан «Урал батыр», «Күсәкбей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.
«Һаҡмар» гәзитенән.