Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
25 Июль 2022, 06:29

Һыуҙа батыусылар артҡандан-арта

Йәйге эҫе көндәр тороу сәбәпле, күптәр һыу буйында ял итә. Кисә генә батып барған ете кешене ҡотҡарғандар. Ә ярҙамға килеп өлгөрмәү осраҡтары күпме?..

Һыуҙа батыусылар артҡандан-артаҺыуҙа батыусылар артҡандан-арта
Һыуҙа батыусылар артҡандан-арта

Был һыу инеү миҙгелендә һыуға батып барыусы 40 кеше ҡотҡарылған. Кисә генә ете кешене һыуҙан сығара алғандар.

Әйткәндәй, быйыл йыл башынан һыуҙа бөтәһе 72 кеше үлгән. Шулар араһында - биш бала.

Һыуға батып үлеү осраҡтарының һәммәһе лә һыу инергә рөхсәт булмаған ерҙә теркәлгән. Кеше ниңә күрә-тора хәүефле урында һыу инә? 

Башҡортостан буйынса МЧС тағы бер тапҡыр иҫкәртә: рәсми пляждарҙа ғына һыу инегеҙ! Һәм һәр ваҡыт уяу булығыҙ! Бигерәк тә балаларҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ!

Фото: kubnews.ru

ye102.ru

 

Һыуҙа батыусылар артҡандан-арта
Һыуҙа батыусылар артҡандан-арта
Автор:
Читайте нас