

Дәүләт думаһы вице-спикеры Борис Чернышов уҡытыусылар өсөн “педагогик юл йөрөү билеты” кертергә тәҡдим итә. Уны мәктәп уҡытыусылары бер мең һумға һатып алып, Рәсәйҙең көньяғындагы курорттарға сәйәхәт итә аласаҡ. Был хаҡта “РИА Новости” агентлығы хәбәр итә.
“Педагогик юл йөрөү билеты” мәктәп уҡытыусыларына Рәсәй курорттарына бер мең һумға билет һатып алыу мөмкинлеге бирә. Ҡалған юл сығымдары дәүләттән субсидия рәүешендә бирелергә тейеш”, — тип белдерә Чернышов.
Әлеге сара санкциялар ваҡытында Рәсәйҙең туристлыҡ тармағына ла файҙа килтерәсәк, ил буйынса уҡытыусыларға ла ярҙам буласаҡ, ти парламентарий.
Фото: dorami.com.ua