

Бөтә ил балалары яратып ҡараған "Смешарики" йәнһүрәтенең бер серияһы Башҡортостанға арналған. Ул "Азбука дружбы народов" циклына ярашлы төшөрөлгән, "Хазина" тип атала. Йәнһүрәтте Ютуб-каналында ҡарарға мөмкин.
Сюжет буйынса, геройҙар Шүлгәнташҡа бара. Серияның йөкмәткеһенә бирелгән аңлатмала: "Ежик менән Крош ағаста сәйер билдәләр күрә. Берәүҙе, унан икенсеһен, өсөнсөһөн. Карыч килеп сыға. Ул да ошо билдәләрҙе өйрәнеп йөрөй икән. Крош уларҙың хазина йәшерелгән урындарҙы белдергәненә тамсы ла шикләнмәй. Һис һүҙһеҙ, пираттар йәшергән һәм йүнәлтмәләр ҡалдырған", - тип яҙылған.
Зирәк Кар-Карыч иһә был билдәләрҙең башҡорт ырыуҙары тамғалары икәнен аңлата, солоҡ балы, уға бәйле туҡмаҡ тураһында һөйләй. Ә иң аҙаҡтан был икәүгә Урал батыр тураһында бәйән итергә вәғәҙәләй. "Теләһә ниндәй пираттарға ҡарағанда ҡыҙығыраҡ тарих был!" – ти.
Фото: видеонан скриншот, youtu.be/Q2QDbEEvOXY
https://bashgazet.ru