Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
30 Июль 2022, 08:23

Мәғариф ойошмалары белем hәм тәрбиә биреү үҙәге булырға тейеш

Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре, перспективалары, икенсе смена тураһында

Мәғариф ойошмалары белем hәм тәрбиә биреү үҙәге булырға тейешМәғариф ойошмалары белем hәм тәрбиә биреү үҙәге булырға тейеш
Мәғариф ойошмалары белем hәм тәрбиә биреү үҙәге булырға тейеш

Мәктәптәрҙең имтихан һынауҙары артта ҡалды, тимәк, йомғаҡлау hәм тейешле һөҙөмтәләр яһау ваҡыты етте. Район мәғариф бүлеге начальнигы Изольда Родичкина менән ошо hәм башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләшeбеҙ.

— Изольда Николаевна, Һеҙ күптән түгел әлеге вазифаға урынлаштығыҙ, Һеҙҙең беренсе кисерештәрегеҙ ниндәй? — Был вазифаға 19 июлдә раҫландым. Был баҫҡыс тағын бер мөhим hәм ҡатмарлы проекттың башы. Башта Сухоречка ауылы мәктәбе ине, унан һуң Бишбүләк ауылында айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеүсе 3-сө урта мәктәбе төҙөлө һәм уның асылыуы, ә хәҙер райондың барлыҡ мәғариф системаһын модернизацияласаҡбыҙ hәм камиллаштырасаҡбыҙ. Бишбүләк 3-сө урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарыусы булып Вячеслав Георгиевич Иванов тора.

— Район мәктәптәре уҡыусылары уҡыу йылын ниндәй һөҙөмтәләр менән тамамланы? БДИ тапшырыу процедураһы нисек уҙҙы?

— Уткән уҡыу йылын барлығы 2418 уҡыусы тамамланы. Уларҙан 1 — 4  класты — 915 уҡыусы, 5 — 9 кластар — 1284 уҡыусы, 10 - 11 кластар - 219 уҡыусы. Районда имтихандар билдәләнгән ваҡытта барлыҡ талаптарҙы hәм һаҡлыҡ сараларын үтeп башланды. Әлеге ваҡытта имтихан һынауҙары тамамланды. Хәҙер инде билдәле бер һөҙөмтәләр яһарға мөмкин. 11 класты  112 кеше бөттө, шуларҙың береһе сентябрҙә яңынан тапшырырға тейеш. 9 класты 246 уҡыусы тамамланы, шуларҙың 46-һы сентябрь айында яңынан  тапшырасаҡ. Көҙгөһөн улар яңынан уңышлы тапшырһа, төп белем тураһында аттестат аласаҡтар, ә инде бирәлмәгән осраҡта, 9 класҡа йәнә парталар артына ултырасаҡ. Минеңсә, әлеге быуын балалары был этаптың айырыуса мөһим икәнлеген аңламай. Ата-әсәләрҙән был мәсьәләгә етди ҡарауҙарын һорайым! Мәктәп имтихандарҙы уңышлы тапшырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, әммә ата-әсәләр ҙә быға көс һалырға, үҙ балаларына ярҙам итeргә тейеш. Әйтәйек, имтихандың беренсе һөҙөмтәләренән һуң, мәктәптәрҙә, уҡытыусылар ялдарында булыуға ҡарамаҫтан, консультациялар ойошторола башланы, тик балалар унда hирәк йөрөнө.

11 класты тамамлаған 18 уҡыусы «Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 7-һе БДИ буйынса тейешле  балды йыя алманы. ГИА-2022 ҡаҙаныштарының береһе — химия hәм биология фәндәре буйынса йөҙ балл йыйыусы - Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Алһыу Нәбиуллина, БДИ-ҙы 80 hәм унан да юғары балға тапшырыусылар бик күп. 11-се класс уҡыусыларының һөҙөмтәләре 9-сы клас уҡыусыларына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тип әйтә алам.

 — Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары араһында ниндәй юғары уҡыу йорттары айырыуса популяр?

— Ғәҙәттә, беҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары Өфө нефть дәүләт техник университетына, медицина университетына уҡырға инә. Ете уҡыусы йүнәлтмә буйынса М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына документтар тапшырҙы, башҡа тармаҡтарға китеүселәр ҙә бар.

— Педагогик состав менән хәл нисек тора? Мәктәптәр ниндәй кадрҙарға мохтаж?

— Районда барлығы 25 етәксе, 297 уҡытыусы hәм башҡа педагогик хеҙмәткәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 83 педагогик хеҙмәткәр эшләй. Беҙҙең педагогик коллективта БР, РФ-ҙың Мәғариф отличниктары, РФ-ҙың дөйөм белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре бар, күптәре РФ Мәғариф министрлығы hәм БР Мәғариф hәм фән министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, педагогтарҙың 80 проценты юғары белемле. Педагогик коллектив, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартая. Йәш уҡытыусылар юҡ тиерлек. Математика, физика, рус теле, инглиз теле, тарих, информатика уҡытыусылары талап ителә. «Земский учитель» программаһын ҡулланыу мөмкин, Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы вакансияһы бар.

Карина Павлова әңгәмәләште.

Мәҡәләнең дауамын “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡый алаһығыҙ.

Мәғариф ойошмалары белем hәм тәрбиә биреү үҙәге булырға тейеш
Мәғариф ойошмалары белем hәм тәрбиә биреү үҙәге булырға тейеш
Автор:
Читайте нас