Закон проектын "Ғәҙел Рәсәй — Дөрөҫлөк өсөн" партияһы әҙерләй. Фирҡә лидеры Сергей Миронов белдереүенсә, ун өсөнсө пенсия йыл һайын декабрҙә, яңы йыл алдынан түләнергә тейеш.
"Өҫтәмә страховка пенсияһы булдырыу халыҡҡа ҙур ярҙам да, иғтибар ҙа булыр ине. Сөнки ололар ғүмер буйы эшләгән, ил үҫеше өсөн тырышҡан", — тигән Миронов.
Был ғәҙел дә булыр ине лә ул, тик башҡа партия депутаттары нимә тиер?
Фото: РИА-Новости.