Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август , 12:44

Хуш еҫле бал

Акация балы үтә күренмәле, төҫһөҙ тиерлек. Кристаллашҡас, һөт кеүек аҡ төҫлөгә әйләнә, консистенцияһы эремсекте хәтерләтә. Ул дөйөм һаулыҡты нығыта, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ваҡытында, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ярҙам итә. Ҡарабойҙай балы хуш еҫе һәм тәме менән айырылып тора. Составындағы тимер, аминокислоталар, витаминдар булған был йөрәк мускулын нығыта, үт ҡыуығында таштар булғанда, бөйөр эшсәнлеге насар булғанда, бауыр ауырыууҙарынан һәм аҙҡанлыҡтан файҙаһы бик ҙур. Йүкә балы йышыраҡ аҡ, гәрәбәләй һары төҫтә йәки төҫһөҙ була. Көслө йүкә сәскәһе еҫе, үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора. Эренле яралар һәм бешкән урындарҙы дауалағанда яҡшы һөҙөмтә бирә. Был бал иң яҡшы төрҙәрҙән һанала. Тын юлы, үт ҡыуығы. Бөйөр, бауыр, гинекологик ауырыуҙарҙы дауалай. Был бал иң яҡшы төрҙәрҙән һанала. Сәскә йәки “йыйылма” бал асыҡ һары төҫтә була, һирәгерәк-ҡоңғорт һары. Уның тәме һәм еҫе күңелгә ятышлы. Уны бал ҡорттары ҡыр сәскәләренең нектарынан йыялар. Нерв системаһын тынысландыра, баш аыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, йөрәк йыш типкәндә, ашҡаҙан эшләмәгәндә ярҙам итә. Көнбағыш балы татлы һәм хуш еҫе һәм тәме менән айырыла. Тиҙ кристаллаша, был процесс ваҡытында гәрбәләй йәки йәшкелт төҫлө кристалдар барлыҡҡа килә. Ҡалған балдарға ҡарағанда уның составында А витамины күберәк. Барбарис балы алтынһыу-һары төҫлө, хуш еҫле, тәмле. Бал ҡорттары уны ҡан ағыуын туҡтатҡанда бик әһәмиәтле булған барбарис сәскәләренән йыялар. Күксәскә балы йәшкелт-һары  төҫтә була, үҙенсәлекле баҙам сәтләүеге еҫен хәтерләтә, әскелтем тәмле. Ҡандала үләненән йыйылған бал асыҡ гәрәбә йәки аҡ төҫлө була. Ул иң яҡшы сортлы балдар рәтендә. Ванилде хәтерләткән хкш еҫе һәм тәме менән айырылып тора. Ҡара бөрлөгән балы һыу кеүек үтә күренмәле, ул юғары сифатлы бал. Туҡранбаш балы лә үтә күренмәле бал да беренселәр рәтендә. Кристаллашҡас, аҡ ҡаты массаға әйләнә. Саған балы асыҡ төҫлө сорттар араһынан, бик тәмле. Әрекмән балы – үткер еҫле, ҡараһыу зәйтүн емеше төҫөндә бик ҡуйы бал. Ҡура еләге сәскәләренән йыйылған бал -  ауыҙҙа эреп торған бик тәмле, татлы бал. Бәпембә балы алтынһыу-һары төҫтә була, бик ҡуйы, йәбешкәк, киҫкен еҫле, тиҙ кристаллаша. Ләйлә Ғүмәрова. Белеүебеҙсә, балдың күп төрлө сорттары бар. Улар бер-береһенән төҫө, еҫе, тәме менән айырыла. Иң мөһиме, һәр бер сорттың дауалау үҙенсәлеге бар.

Хуш еҫле бал
Хуш еҫле бал

Акация балы үтә күренмәле, төҫһөҙ тиерлек. Кристаллашҡас, һөт кеүек аҡ төҫлөгә әйләнә, консистенцияһы эремсекте хәтерләтә. Ул дөйөм һаулыҡты нығыта, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ваҡытында, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ярҙам итә.

Ҡарабойҙай балы хуш еҫе һәм тәме менән айырылып тора. Составындағы тимер, аминокислоталар, витаминдар булған был йөрәк мускулын нығыта, үт ҡыуығында таштар булғанда, бөйөр эшсәнлеге насар булғанда, бауыр ауырыууҙарынан һәм аҙҡанлылыҡтан файҙаһы бик ҙур.

Йүкә балы йышыраҡ аҡ, гәрәбәләй һары төҫтә йәки төҫһөҙ була. Көслө йүкә сәскәһе еҫе, үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора. Эренле яралар һәм бешкән урындарҙы дауалағанда яҡшы һөҙөмтә бирә. Был бал иң яҡшы төрҙәрҙән һанала. Тын юлы, үт ҡыуығы, бөйөр, бауыр, гинекологик ауырыуҙарҙы дауалай. Был бал иң яҡшы төрҙәрҙән һанала.

Сәскә йәки “йыйылма” бал асыҡ һары төҫтә була, һирәгерәк-ҡоңғорт һары. Уның тәме һәм еҫе күңелгә ятышлы. Уны бал ҡорттары ҡыр сәскәләренең нектарынан йыялар. Нерв системаһын тынысландыра, баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, йөрәк йыш типкәндә, ашҡаҙан эшләмәгәндә ярҙам итә.

Көнбағыш балы татлы һәм хуш еҫе һәм тәме менән айырыла. Тиҙ кристаллаша, был процесс ваҡытында гәрбәләй йәки йәшкелт төҫлө кристалдар барлыҡҡа килә. Ҡалған балдарға ҡарағанда уның составында А витамины күберәк.

Барбарис балы алтынһыу-һары төҫлө, хуш еҫле, тәмле. Бал ҡорттары уны бик әһәмиәтле булған барбарис сәскәләренән йыялар.

Күксәскә балы йәшкелт-һары  төҫтә була, үҙенсәлекле баҙам сәтләүеге еҫен хәтерләтә, әскелтем тәмле.

Ҡандала үләненән йыйылған бал асыҡ гәрәбә йәки аҡ төҫлө була. Ул иң яҡшы сортлы балдар рәтендә. Ванилде хәтерләткән хкш еҫе һәм тәме менән айырылып тора.

Ҡара бөрлөгән балы һыу кеүек үтә күренмәле, ул юғары сифатлы бал.

Туҡранбаш балы лә үтә күренмәле бал да беренселәр рәтендә. Кристаллашҡас, аҡ ҡаты массаға әйләнә.

Саған балы асыҡ төҫлө сорттар араһынан, бик тәмле.

Әрекмән балы – үткер еҫле, ҡараһыу зәйтүн емеше төҫөндә бик ҡуйы бал.

Ҡура еләге сәскәләренән йыйылған бал -  ауыҙҙа эреп торған бик тәмле, татлы бал. 

Бәпембә балы алтынһыу-һары төҫтә була, бик ҡуйы, йәбешкәк, киҫкен еҫле, тиҙ кристаллаша.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. 

Хуш еҫле бал
Хуш еҫле бал
Автор:Гумерова Л
Читайте нас в