Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2022, 13:59

Ҡыҙыу осор етә

«Уңыш» йәмғиәтендә урып-йыйыу эштәре һәм көҙгө культуралар сәсеүгә әҙерлек буйынса семинар узҙы

Ҡыҙыу осор етә
Ҡыҙыу осор етә

Йыл һайын ураҡҡа төшөр алдынан ауыл хужалығы идараһының белгестәре һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре ҡатнашлығында семинар уҙғарыла.  Быйыл ул «Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғитендә үтте. Быйыл ул «Уңыш» йәмғиәтенең уңдырышлы ерендә уҙҙы. Семинар эшендә район хакимиәте башлығы Артур Зарипов ҡатнашты.

Семинарҙың практик өлөшө ужым баҫыуында ойошторолдо. Баҫыу ситендә быйыл урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашасаҡ ауыл хужалығы техникаһы урын алғайны. Район хәкимиәтенең беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы начальнигы Артур Амур улы Ғәлиев семинарҙы асып, уның программаһы менән таныштырып үтте һәм беҙҙең аграрийҙар яҡшы уңыш үҫтерҙе, һәм уны ҡыҫҡа ваҡытта һәм юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға кәрәк, тип билдәләп үтте.  

«Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Юрий Иванов башкарылған эштәр, кадрҙар менән проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне, үҙ эшсәндәренә рәхмәт белдерҙе, урып-йыйыу эштәре тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Александр Новиков теҙелгән техникаға күҙәтеү яһаны, сарала ҡатнашыусыларҙы хужалыҡтың машина паркы һәм матди-техник базаһы менән таныштырҙы, уларҙың техник характеристикалары, етештереү ҡеүәте менән таныштырҙы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге вәкиле Игорь Мышов ауыл хужалығы етәкселәрен хужалыҡ ҡорамалдарын, йыйылған игенде һаҡлауҙа уяу булырға саҡырҙы, юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау хаҡында иҫкәртте.   

Быйыл уңыш ниндәй булыр? Был хаҡта Россельхозцентр ойошмаһының Бишбүләк районындағы филиалы етәксеһе Флорит Исламов, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш алып барыуҙың ысулдары һәм ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Урып-йыйыу эштәре башланған икән, тимәк ындыр табағы һәм шуға ярашлы башҡа территориялар әҙер булырға тейеш, иген складтарына дезинфекция үткәреү ҡарала, барлыҡ баҫыуҙан килтерелгән игенгә акт төҙөлә. Был акттарһыҙ хужалыҡтарҙан иген ҡабул ителмәйәсәк, тип белдерҙе ул.

Семинарҙың теоретик өлөшө Кесе Сиҙәк мәҙәниәт йортонда дауам итте, унда урып-йыйыуға бәйле мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Артур Ғәлиев урып-йыйыу осоронда ниндәй эштәр башҡарыласағын билдәләп үтте.

—Ураҡ ваҡыты ауыл хужалығында мөһим урын тота. Баҫыуҙа үҫтерелгәне түгел, ә келәттәгеһе иген һанала, — тине район хәкимиәте башлығы Артур Зарипов. — Һәр минут ҡәҙерле, ҡыҫҡа ваҡытта һәм юғалтыуҙарһыҙ үҫтерелгән игенде йыйып алырға кәрәк. Ураҡ – ауыл эшсәндәре өсөн көсөргәнешле һәм яуаплы мәл. Бындай семинарҙар уҙғарыу мөһим, сөнки ул тәжрибә уртаҡлашырға, фекер алышырға һәм бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә.

Илшат Хәйретдинов.

Фото автора.

Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитенән уҡығыҙ.

Ҡыҙыу осор етә
Ҡыҙыу осор етә
Ҡыҙыу осор етә
Ҡыҙыу осор етә
Автор:
Читайте нас: