Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2022, 09:37

Башҡортостан Иранға нимә тәҡдим итә?

Казем Джалали: "Беҙҙең тарихта бөгөнгө мөнәсәбәттәргә оҡшаш осор быға тиклем булмағандыр, тип уйламайым. Ысынлап та, әле беҙҙең бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн алтын мөмкинлектәр бар"

Башҡортостан Иранға нимә тәҡдим итә?
Башҡортостан Иранға нимә тәҡдим итә?

Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали илдең Башҡортостандан ағас, көнбағыш майы һәм нефть-газ ҡорамалдарын алыуҙы арттырыу яғында булыуын хәбәр итте. Ошо хаҡта Иран Ислам Республикаһының Башҡортостанға эш сәфәре барышында билдәле булды.

Киләсәктә хеҙмәттәшлек һәм сәнәғәт кооперацияһы йүнәлештәрен ҡарауға, республиканың эшлекле даирәләре менән һөйләшеүҙәрҙе үткәреүгә йүнәлтелгән эш сәфәрен Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ойошторҙо.

– Башҡортостан менән Иран араһындағы хеҙмәттәшлек ыңғай юҫыҡта бара. 2021 йылда Башҡортостандың тышҡа сауҙа әйләнешендә Иран Ислам Республикаһы өс процент әйләнеш менән унынсы урында тора. Эшҡыуарҙар өсөн төп мәсьәлә – тура бәйләнештәр булдырыуҙа ауырлыҡтар. Ошоға бәйле, республиканың күп компаниялары Иран менән тура бәйләнештә түгел, ә аралашсылар аша Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ирандың өлөшө алда телгә алынған өс проценттан күпкә юғары булыр ине. Иран эшҡыуарҙары менән тура бәйләнеш булдырыу мөһим, – тип уртаҡлашты республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 Илсе Рәсәй Федерацияһы һәм Иран Ислам Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәр яңы кимәлгә сығыуын билдәләне. Делегация менән аралашыу юғары кимәлдә үтте, хәҙер айырым төбәктәр менән хеҙмәттәшлек үҫә.

– Беҙҙең тарихта бөгөнгө мөнәсәбәттәргә оҡшаш осор быға тиклем булмағандыр, тип уйламайым. Ысынлап та, әле беҙҙең бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн алтын мөмкинлектәр бар, – тине Казем Джалали.

Ирандың Рәсәйҙәге илселек миссияһы етәксеһе бергә киләсәктә транспорт, финанс һәм таможня инфраструктураһын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Осрашыу барышында төбәк предприятиелары Иран уҙаҡташтарына үҙҙәренең предприятиеларын күрһәтте һәм көнүҙәк һорауҙар бирҙе.

Атап әйткәндә, “Кроношпан Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ардашер Курбаншо компания тауарын Иран баҙарына сығарыуҙа ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Компания өсөн уҙаҡташы – Ирандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллеге булыуы мөһимлеген билдәләне.

“Агроэкспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Сергей Нефедов Иран менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған. Быйыл туғыҙ тонна тауар бушатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тауар һатыу өсөнсө илдәрҙә аралашсылар аша алып барыла. Компания етәксеһе һүҙҙәренсә, күләмде 30 мең тоннаға тиклем арттырыу ҡеүәте бар.

Осрашыу һөҙөмтәһе буйынса Иран вәкилдәре үҙҙәре яғынан Башҡортостан һәм Иран компаниялары араһында тура бәйләнештәр урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәге тураһында белдерҙе.

https://bashgazet.ru

 

Иран менән бәйләнеш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара коопераиця һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә ғәмәләгә ашырыла.         

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

 

 
Башҡортостан Иранға нимә тәҡдим итә?
Башҡортостан Иранға нимә тәҡдим итә?
Автор:
Читайте нас: