Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август , 19:58

Республика стационарҙарында коронавирус менән сирлеләр артҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3 авгусҡа мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 89 осрағы теркәлгән.

Республика стационарҙарында коронавирус менән сирлеләр артҡан
Республика стационарҙарында коронавирус менән сирлеләр артҡан

Әлеге ваҡытта 112 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 73 кеше стационарҙа дауалана. Кисә стационарҙа – 109, 1 августа 108 кеше ауырыуға ҡаршы көрәшә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Әле 22 пациенттың хәле ауыр, өс кеше үпкәне яһалма елләтеү аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр. Ә 407 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 122-һе – оло йәштәгеләр.

Уҙған тәүлектә 51 кеше һауығып, өйөнә ҡайтҡан. Тәүлек эсендә бер пациент вафат булған.

Республика стационарҙарында коронавирус менән сирлеләр артҡан
Республика стационарҙарында коронавирус менән сирлеләр артҡан
Автор:
Читайте нас в