+19 °С
Болотло
Башҡортостанда интернет ҡараҡтары Өфөлә йәшәүсе бер ирҙе 335 мең һум аҡсаһыҙ ҡалдырған. Был хаҡта республика буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итәләр.
Полиция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 48 йәшлек ир аферистарға белдереү сайттарының береһендә мини-трактор һатып алыу теләге менән аҡса күсергән. Зыян күреүсе, һатыусы менән бәйләнешкә кереп, техниканы Мәскәү өлкәһенең транспорт компанияһы ҡайтарасағы тураһында килешкән булған.
Вәғәҙә ителгән ваҡыттан һуң тауар килмәгәс, ул полицияға мөрәжәғәт иткән.
Фото: allnw.ru