Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2022, 19:56

Бишбүләк районы дауаханаһы паркы яңы автомобилдәр менән тулыланды

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың дауалау ойошмаларына автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Транспорт саралары пациенттар һәм беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

Бишбүләк районы дауаханаһы паркы яңы автомобилдәр менән тулыланды
Бишбүләк районы дауаханаһы паркы яңы автомобилдәр менән тулыланды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы. “Медицина хеҙмәтенең автопаркын яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн дауаханаларға һәм поликлиникаларға 32 автомобиль асҡысын тапшырҙыҡ. Уларҙың бишәүһе Өфөлә ҡалды, ҡалғандары республика ҡалаларында һәм райондарында эшләйәсәк.

Барлыҡ табиптарға, фельдшерҙарға һәм водителдәргә намыҫлы хеҙмәте, һөнәренә тоғролоҡ һәм пациенттар тураһындағы хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерәм.

Артабан да һеҙгә уңайлы шарттарҙы булдырасаҡбыҙ, барлыҡ ҡоролмалар һәм транспорт  менән тәьмин итәсәкбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!”.

Яңы техника һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу буйынса төбәк программаһына ярашлы һатып алынған. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

“Беҙ ил һәм республика етәкселегенә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы проблемаларын хәл итеүҙең дауам ителеүе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Иҡтисади ауырлыҡтар, ватан автомобилдәр сәнәғәте үҙенә ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырмаясаҡ, тигән һүҙҙәр ишетелһә лә, машиналар килә. Уларҙа эш өсөн барлыҡ мотлаҡ әйбер бар. Был машиналарҙың иртәгә үк файҙалана башларына ышанам. Һеҙҙең менән маҡсатыбыҙ – халыҡтың һаулығын һаҡлау, уларҙың хәстәрлекте тойоуы һәм шатлыҡта оҙаҡ йәшәүе, - тип белдерҙе Максим Забелин. – Артабан да халыҡ өсөн беренсел медицина-санитар ярҙамы шәп булһын өсөн һеҙгә лайыҡлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар һәм транспорт менән йыһазландырасаҡбыҙ”.

Яңы автомобилдәр Өфөләге 8-се ҡала клиник дауаханаһына, 2-се, 5-се поликлиникаларға, Баймаҡ, Учалы үҙәк ҡала дауаханаларына, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Тәтешле, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнарен район дауаханаларына тапшырылды.

Фото: glavarb.ru

https://bashgazet.ru
Бишбүләк районы дауаханаһы паркы яңы автомобилдәр менән тулыланды
Бишбүләк районы дауаханаһы паркы яңы автомобилдәр менән тулыланды
Автор:
Читайте нас: