Дим буйҙары
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2022, 12:40

Башҡортостан алдынғылар рәтендә

Быйыл беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостандың урындағы бюджеттарына 20,9 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем алынған

Башҡортостан алдынғылар рәтендә
Башҡортостан алдынғылар рәтендә

Быйыл беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостандың урындағы бюджеттарына 20,9 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем алынған. Был йәһәттән Башҡортостан Рәсәйҙә - етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

- Республиканың урындағы бюджеттарына килем, үткән йыл менән сағыштырғанда, 7,3 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә урындағы бюджеттарға килемдең – 4,8, Волга буйы федераль округында 11 процентҡа кәмеүе күҙәтелгән. Шуны билдәләргә кәрәк, быйыл беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән суммаларҙың берҙәм нормативтары, шул иҫәптән һалым түләүҙең ябайлаштырылған системаһы, милеккә һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу буйынса урындағы бюджеттарға ярҙам 4,7 миллиард һумға йәки, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1,3 тапҡырға күберәк, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан финанс министры Лира Иғтисамова.

Үҙкилемдең һиҙелерлек үҫеше түбәндәге райондарҙа күҙәтелгән:

Ҡалтасы (146%), Хәйбулла (133,1%), Благовещен (130,4%), Кушнаренко (128,2%), Салауат (124,3%), шулай уҡ Ағиҙел (136,9%), Октябрьский (125%), Межгорье ҡалаларында (121,5%).
Әйткәндәй, Башҡортостан Републикаһы үҫеше корпорацияһында ҡырағай үҫемлектәрҙе эшкәртеү буйынса цехты ойоштороу буйынса яңы инвестиция тәҡдиме менән таныштырғандар. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә.

- Төбәгебеҙҙәге емеш-еләкте, бәшмәктәрҙе һәм төрлө үләндәрҙе әҙерләү ҡеүәтенә эйә. Был йүнәлеште үҫтерергә уйлайбыҙ, шуға инвесторҙар был тәҡдимде ҡараһа ине. Инвестиция проекты бюджеты, проект-эҙләү һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен дә ҡушып, шулай уҡ ҡоролмалар һатып алыу һәм башҡалар өсөн 85,39 миллион һумды сарыф итеүҙе күҙаллай, - тине Башҡортостан Республикаһы үҫеше корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Проектты тормошҡа ашырыу өсөн корпорация белгестәре тарафынан Стәрлебаш районының Күндерәк ауыл Советы биләмәһендә 0,6 гектар инвестиция майҙаны һайлап алынған.

Был инвестиция тәҡдимендәге дәүләт ярҙамы саралары – ауыл хужалығы техникаһын, ҡоролмаларҙы һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау, “Агростартап” программаһы буйынса крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына гранттар биреү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары реестрына индерелгәндәргә “Агропрогресс” грантын биреү. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарына тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Өҫтәүенә, Башҡортостан Республикаһы үҫеше корпорацияһы инвесторға проект сафҡа ингәнсе тулыһынса бушлай ярҙам итәсәк.

Фото: medium.com

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

 

Башҡортостан алдынғылар рәтендә
Башҡортостан алдынғылар рәтендә
Автор:
Читайте нас: