Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2022, 20:35

Тренерҙарҙы эшкә саҡыралар

Шашка буйынса республика спорт мәктәбе һәләтле балаларҙы табып, улар менән ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа шөғөлләнеү өсөн тренерҙар эҙләй. Бәйләнеш өсөн телефондар  сайтта. 

Тренерҙарҙы эшкә саҡыралар
Тренерҙарҙы эшкә саҡыралар

Быйыл 1 июндә "Башҡортостан" Үҙәк шашка клубы ҡарамағында Шашка буйынса республика спорт мәктәбе асылды.

Яңы спорт мәктәбе шашка спортын юғарыраҡ кимәлгә күтәреүҙе, спортсыларҙы яңы ҡаҙаныштарға дәртләндереүҙе, әлеге чемпиондарыбыҙға алмашҡа йәш таланттар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Республикабыҙҙа донъя кимәлендә танылған көслө шашкасылар йәшәй, улар менән Рәсәйҙең иң яҡшы тренерҙары эшләй. Шуға күрә Башҡортостан балаларының, ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шашка Олимпының иң юғары баҫҡысына күтәрелеү мөмкинлеге бар.

Шашка буйынса республика спорт мәктәбе  һәләтле балаларҙы табып, улар менән ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа шөғөлләнеү өсөн тренерҙар эҙләй. Был изге башланғысҡа битараф булмағандарҙы үҙәк менән бәйләнешкә инеүҙе һорайҙар.

Шашка буйынса республика мәктәбе түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 49. Бәйләеш өсөн телефондар: 8 (347) 273 84 09, 8917 353-70-54.

Сайт цшкрб.рф

https://bashgazet.ru

Тренерҙарҙы эшкә саҡыралар
Тренерҙарҙы эшкә саҡыралар
Автор:
Читайте нас: