Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2022, 12:54

Фажиғәләр кәмемәй

Эҫе көндәрҙә халыҡ һыу буйҙарына тартыла. Һыуға батыусылар ҙа кәмемәй. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың йылға-күлдәренән 87 кеше кәүҙәһе сығарылған. Үлем сәбәптәре төрлөсә, әммә батҡандарҙың күбеһе өлкәндәр – 53 кеше, ә ҡалған етәүһе - бала.

Фажиғәләр кәмемәй
Фажиғәләр кәмемәй

Ҡурҡыныс һандар... Ә бит был һандар артында кеше яҙмыштары: кемдер ҡатынын йә ирен, кемдер ғәзиз балаһын юғалтҡан. Һәләк булғандарҙың бөтәһе лә һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылмаған урында батҡан.  

Бәлки, пляждар етмәйҙер? Мәғлүм булыуынса, республикала 55 муниципалитет биләмәһендә 121 пляж булдырылған. Был - Волга буйы федераль округында иң яҡшы күрһәткес. Мәҫәлән, икенсе урында торған Татарстанда 50 пляж бар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙағы фажиғәләр көн дә ҡабатланып тора. Әбйәлил районының Дәүләт ауылы эргәһендәге Сыбаркүлдә үле ир кәүҙәһен тапҡандар. Уны балыҡсылар һыуҙан сығарған. Әле уның буйынса хәл тикшерелә.

Һыуға батып үлеүҙә кешеләр үҙҙәре ғәйепле, сөнки эскән килеш һәм махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инәләр. Был осраҡта “минең менән ундай хәл булмаясаҡ” тип уйлау урынһыҙ.

Һыуҙа батып үлгән кешене күргәнегеҙ бармы? Хоҙай күрһәтмәһен бындай ҡайғыны.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һыу хәүеф сығанағы булыуы хаҡында онотмағыҙ!          

Фото: @mchsrb.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: