Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2022, 14:14

“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”

Башҡортостан халҡын йылғаларҙа һыу инеү хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртәләр.

“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”
“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Руслан А., йылғаның төбөндә ҙур йәйендәр йәшәүе тураһында әйтә. Уның һүҙҙәренсә, ҙур балыҡтар кеше өсөн дә хәүефле.

- Батып үлеүселәр тураһында күп яҙалар. Бәлки, улар тәндәре ҡорошоп та үләлер. Уларға йәйен һөжүм итеү мөмкинлеген дә иҫәпкә алырға кәрәктер. Йылғалар үтә ныҡ һайыҡты. Улар бер ни менән дә туҡлана алмай. Йылға төбөндә ята, – тип яҙа ул социаль селтәрҙә.

Шулай уҡ ир элек йылғаларҙан ике һәм биш метрлы йәйен тотоуҙарын да әйткән.

- Беҙҙең Өфө водолаздары уларҙың төптә бүрәнә кеүек ятҡанын да күргән. Йылғаларҙың тәрән урындарына йөҙмәгеҙ. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын, – тип тә өҫтәгән ул.

Фото: Т. Аманов

ye102.ru

“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”
“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”
Автор:
Читайте нас: