Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2022, 01:20

Көнсығыш юлы 50 процентҡа әҙер

Объектты 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Көнсығыш юлы 50 процентҡа әҙер
Көнсығыш юлы 50 процентҡа әҙер

“ИНФОРМАВТОДОР” федераль дәүләт бюджет учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән көнсығыш яҡлап М-5 “Урал” трассаһына сығыу юлы яртылаш әҙер. Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы бара. Объекттың оҙонлоғо – 14 километр самаһы,  эштең хаҡы – 33,5 миллиард һумдан ашыу.

Төҙөүселәр Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалған участкала бөтә терәктәрҙә быраулау свайҙарын ҡатылған, шулай уҡ эстакадала свайҙар монтажланған. Хәҙер бетондан таяу конструкцияларын ҡороу дауам итә, улар яҡынса 98 процентҡа әҙер.

Бынан тыш, эшселәр ерҙе тигеҙләй, юл ситтәрен һәм кюветтарҙы нығыта. Һыу үткәреү торбаларын һалыу ҙа 95 процентҡа әҙер. Шулай уҡ тоннелдең даими конструкциялары 50 процентҡа ҡоролған. Көнсығыш һәм Көнбайыш порталдарында тупраҡ ишелмәһен өсөн терәк стеналар һалына, гидроизоляция эштәре дауам итә.

Объектҡа ике меңдән ашыу белгес, шул иҫәптән инженерлыҡ-техник персонал, 214 берәмек төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән.

Объектты 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info/press_releases/298837

https://bashgazet.ru

Көнсығыш юлы 50 процентҡа әҙер
Көнсығыш юлы 50 процентҡа әҙер
Автор:
Читайте нас: