Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2022, 16:05

Республикала миллион тонна иген йыйып алынды

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөгөн Башҡортостан игенселәренең тәүге миллион тонна иген йыйып алыуҙарын хәбәр итте.

Республикала миллион тонна иген йыйып алынды
Республикала миллион тонна иген йыйып алынды

Йыл уңышлы булды, ашлыҡ уңа торған зоналарҙа ғына түгел, ә Урал аръяғында һәм төньяҡ урман-далаһында ла, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – ошо байлыҡты йыйып алыу. Һауа торошо әлегә һәйбәт, әммә үҙенең үҙенсәлектәре бар. Көндөҙгө һәм төнгө температураның айырмаһы ҙур, шуға ысыҡ күп төшә,ул ауыл халҡына таңдан уҡ баҫыуға сығырға мөмкинлек бирмәй. Бөтә эш көндөҙ башҡарыла. Бына беҙҙең алдынғы хужалыҡтар: Стәрлетамаҡ районында – 100 мең тоннанан ашыу, Илештә 70 мең тоннаға яҡын ашлыҡ һуғылған. Стәрлетамаҡ хужалыҡтары уңыш та яҡшы күрһәтә – һәр гектарҙан бында 47 центнерҙан ашыу иген йыялар», – тип яҙҙы Радий Хәбиров һәм бөтәһенә лә уңыштар һәм яҡшы аҙна теләне.

https://www.bashinform.ru

Республикала миллион тонна иген йыйып алынды
Республикала миллион тонна иген йыйып алынды
Автор:
Читайте нас: