Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2022, 13:26

Ҡыйыу офицерға орден тапшырылды

Учалы районында тыуып үҫкән гвардия майоры Денис Камалетдинов II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде. Украина биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә офицер ҡаты яраланған, әммә 14 көн буйына шәхси состав менән етәкселек иткән. Был хаҡта Учалы районы башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Ҡыйыу офицерға орден тапшырылды
Ҡыйыу офицерға орден тапшырылды

Махсус операция башланғас, Денис Камалетдинов артиллерия дивизионы командиры итеп фронт һыҙығынан 200 саҡрым алыҫлыҡтағы дошмандың тәрән тылына ебәрелгән. 16 мартта офицер ултырған броняланған «Медведь» КамАЗы танкка ҡаршы минала шартлаған. Камалетдинов ҡаты яраланған, ауыр контузия алған.

Ул үҙенә тәүге ярҙам күрһәткән, тайған урындарын ултыртҡан һәм тиҙ генә мина баҫыуы буйлап дивизионды ут һыҙығынан алып сыҡҡан.

Шартлы хәүефһеҙ урынға килеп еткәс, Камалетдинов урынға ятҡан, әммә телефон аша операция менән етәкселек итеүен дауам иткән. Һалдаттар уға үҙҙәренең аптечкаларынан ауыртыуҙы баҫа торған дарыу алып килһә лә, ул препараттан баш тартҡан, сөнки айыҡ аҡылды һаҡлау бик мөһим.

14 көндән һуң ғына уның подразделениеһы кире ҡайтырға тигән команда алған. Бында инде офицерҙың ҡаты яраланыуҙан тыш, башы, эске органдары контузияланған, ике ҡалаҡ һөйәгенең һынғаны асыҡланған.

https://www.bashinform.ru

Ҡыйыу офицерға орден тапшырылды
Ҡыйыу офицерға орден тапшырылды
Автор:
Читайте нас: