Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
17 Август 2022, 23:45

Татлы борос менән маринадланған помидор

Һәр саҡ уңған, рассолы ныҡ тәмле булған маринадланған помидорҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә теләк бармы? Тимәк был рецепт һинең өсөн

Татлы борос менән маринадланған помидорТатлы борос менән маринадланған помидор
Татлы борос менән маринадланған помидор

Бер литрлыҡ банка өсөн һыйған тиклем ҙур булмаған помидорҙар, 1 ҡыҙыл татлы борос, 1-2 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк була.
Рассол өсөн 450 мл һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 5 төймә борос, 1-2 ҡарағат япрағы, 1 суҡ укроп башы алына.
Стерилләнгән банкаға йыуып киптерелгән помидорҙы, киҫәктәргә туралған һарымһаҡты, һаламлап туралған болгар боросон һалып сығабыҙ. Унан боһрап ҡайнап ултырған һыуҙы ҡоябыҙ. 10 минуттан уны түгәбеҙ.
Был ваҡытта рассол әҙерләйек. Һыуға тоҙ, шәкәр, япраҡтар, тәмләткестәр һалып, 3 минуттай ҡайнатабыҙ. Унан яңы ғына һыуы түгелгән помидор өҫтөнә ҡоябыҙ. Аҙаҡ һәр банка өҫтөнә 1-әр аш ҡалағы аш һеркәһен ҡойоп сығабыҙ.
Банкаларҙың ҡапҡастарын нығытып сығабыҙ ҙа, һыуынғансы баш түбән әйләндереп, төрөп ҡуябыҙ.
Әйткәндәй, әгәр 2 литрлыҡ банкаларға эшләһәгеҙ, 1 литр маринад, 2 аш ҡалағы тоҙ, 6 аш ҡалағы шәкәр алына. 3 литрлыҡ банкаға1,5 литр һыу, 3 тулыр-тулмаҫ аш ҡалағы тоҙ, 9 аш ҡалағы шәкәр кәрәк була. 

Ашығыҙ тәмле булһын, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

hakmar.ru

Татлы борос менән маринадланған помидор
Татлы борос менән маринадланған помидор
Автор:Гумерова Л
Читайте нас