+30 °С
Болотло


Өфө ҡалаһының «Алые паруса» йәштәр клубы берләшмәһенең «Урал казагы» фланкировкаһы клубында тәрбиәләнеүселәр Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға - Рәсәй Геройы Миңнеғәли Шәйморатов исемендәге Башҡортостан батальоны һуғышсыларына хаттар яҙҙы. Хаттар һәм рәсемдәр үҙҙәренең адресаттарына барып етте.
Шундай иғтибар һәм ярҙам "шайморатовсыларҙы" бигерәк хисләндергән. "Монах" ҡушаматлы һуғышсы билдәләп үтеүенсә, был һүҙҙәрҙән йөрәктәр йылынған, күңелдәр күтәрелгән. Хәҙер батальон ҙур дәрт менән һуғышсан күнекмәләр урынында шөғөлләнеүен дауам итә.
https://kiziltan.ru