Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
30 Август 2022, 08:54

Башҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡ

Башҡортостанда композиторҙар һәм йыр  һүҙҙәре авторҙары булған шағирҙәр араһында «Геройҙар ваҡыты» тигән беренсе Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡ.

Башҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡБашҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡ
Башҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡ

Еңеүселәрҙең йырҙары Рәсәйҙә иң ҙур «Геройҙар ваҡыты» патриотик фестивалендә Рәсәй халыҡ артисы Олег Газманов менән бер сәхнәлә яңғыраясаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһынан барлыҡ башҡарыусылар саҡырыла, ҡатнашыу бушлай. Конкурс өс номинация буйынса үткәрелә: "Һүҙҙәрҙең авторы", ""Композитор" , "Автор йыры". Еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле приздар һәм аҡсалата бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Конкурстың приз фонды - 1 миллион һум.
Конкурс өс этапта үҙғарыла: I этап — һайлап алыу (онлайн; 15 сентябрҙән 25 сентябргә ҡәҙәр); II этап — ярымфинал (4 октябрҙә); III этап — финал (11 октябрҙә). Ғаризалар 15 сентябргә ҡәҙәр ҡабул ителә.
Һайлап алыу этабы һөҙөмтәләрен түбәндәге һылтама буйынса ҡарап буласаҡ: https://vk.com/public212747299

 "Башинформ" 

Башҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡ
Башҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы уҙасаҡ
Автор:
Читайте нас