

– Был мәсьәлә бөгөн бик көнүҙәк, сөнки ололар өсөн пансионаттар хеҙмәтенә һорау тотороҡло арта. Тик был баҙарҙа аҡса табыуы еңел түгел, сөнки ихтыяж бар, ләкин быға барыһы ла сығымдарҙың юғары булыуы һәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың оҙайлы ваҡыттары арҡаһында өлгәшә алмай. Әле дәүләт тәҡдим иткән ҡағиҙәләр сығымдарҙың байтаҡ өлөшөн ҡаҙнанан компенсацияларға мөмкинлек бирә, был социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен бизнес өсөн нығыраҡ йәлеп итә, – ти Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров.
Пансионат «Ышаныс-Кушнаренко» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ. Палаталарҙа уңайлы шарттар булдырыла, аҙ хәрәкәт иткән һәм үҙ-үҙен хеҙмәтләндереүгә һәләтһеҙ граждандар өсөн социаль хеҙмәттәрҙең тулы исемлеген күрһәтеү мөмкинлеге ҡаралған. Булған карауат-урындарҙың күбеһе бюджет нигеҙендә бүленәсәк.
Башҡортостан оло йәштәгеләр өсөн пансионаттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын тормошҡа ашырған беренсе төбәк булды. Хәҙерге ваҡытта дәүләткә ҡарамаған ойошмалар дәүләт менән партнерлыҡта үҙ эшмәкәрлеген Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүл ауылында, Мишкә районының Ирсай ауылында, Кушнаренко районының Шәрип ауылында миһырбанлыҡ бүлексәләре менән үҫтерә.
Фото: Т. АМАНОВ.