Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
30 Август 2022, 19:06

Емеше лә дауа

Дауалау өсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше – бына тигән диетик аҙыҡ, уны ашау ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә.

Емеше лә дауаЕмеше лә дауа
Емеше лә дауа

Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, тән шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсот­ҡанда, подагра, атеросклероз сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ булғанда ҡулланыу файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.

Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡабаҡ емешенең һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле 1/2–1 стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә.

Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тәндең бешеүенән файҙалы. Был иҙмә һөртөү, һылау рәүешендә ҡулланылырға тейеш.

Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәктәрҙә таҫма паразит селәүсендәрҙән, аскарида кеүек йомро селәүсендәрҙән ҡотолоп була.

Дауалау алымдарының береһе: 300 г сей ҡабаҡ орлоғо таҙартыла, ентекләп иҙелә, уға дүрт-биш аш ҡалағы ҡайнатылған һыу ҡушып бутарға кәрәк. Тәм өсөн өс-биш аш ҡалағы шәкәр йәки емеш-еләк ҡайнатмаһы өҫтәргә мөмкин.

Ошо ҡатнашманы урта йәштәге кеше бер сәғәт буйы әҙләп ашап бөтөрә. Шунан һуң бер сәғәт үткәс, эс китереүсе магнезия тоҙо (уның миҡдарын дауалаусы табип билдәләй) ярты стакан һыуҙа иретеп эселә. 30 минуттан һуң клизма ҡуйыла.

Балаларға, йәшенә ҡарап, ҡабаҡ орлоғо әҙерәк бирелә: 3-4 йәштәгеләренә – 75 г, 5-6 йәштәгеләргә – 100 г, 10-15 йәше тулғандарына – 200 г. Әлбиттә, был дауалау табиптың билдәләүе буйынса үтергә тейеш.

bashgazet.ru

Емеше лә дауа
Емеше лә дауа
Автор:
Читайте нас