Көндөҙ йылыта, ә төндәрен һалҡынайта башлаған осорҙа хужабикәләр баҡсалағы уңышты йыйырғамы, әллә бер аҙ торһон микән, тип, аптырашҡа ҡала. Бигерәк тә помидорҙарҙы ҡояшта ҡыҙартаһы килә.
Шулай ҙа һәр йәшелсәне үҙ ваҡытында йыйып эшкәртергә йәиһә һаҡларға һалыу яҡшыраҡ. Мәҫәлән, шул уҡ помидорҙарҙы температура төндә биш градус йылылыҡтан түбән төшә башлағансы уҡ йыйып алырға кәрәк. Һабаҡта саҡта ҡырау тейһә, улар өйгә йыйып кереткәс тә сереп бөтә (фитофтора менән ауырый). Яңы йыйған помидорҙарҙағы инфекцияны бөтөрөү өсөн башта уларҙы 1-2 минутҡа ҡайнар һыуға (60 градустан юғары булмаған), унан һуң
һалҡын һыуға һалып алырға кәрәк.
Томаттар тиҙерәк ҡыҙарһын тиһәгеҙ, 20-25 градус йылылыҡтағы бүлмәлә тотоғоҙ. Йәшелдәре араһына бер-ике ҡыҙарғанын да һалһағыҙ, улар тағын ла тиҙерәк өлгөрөр. Әгәр инде помидорҙарҙы оҙағыраҡ һаҡлайһығыҙ килһә, тартмаларҙы 15 градустан йылы булмаған урынға ҡуйығыҙ һәм көн һайын бешкәндәрен сүпләп алығыҙ.
Баклажан яратыусы хужабикәләр, ғәҙәттә, был йәшелсә тиҙ боҙола, тип, уларҙы эшкәртеп ҡалырға тырыша. Ә бына һуң өлгөрә торған сорттарын үҫтерһәгеҙ, һалҡындар башланыр алдынан ғына йыйһағыҙ ҙа була. Баклажандарҙы оҙаҡ һаҡлау өсөн һәр ҡайһыһын айырым ҡағыҙға төрөп, баҙға ҡуйырға мөмкин. Улар унда өс айға яҡын һаҡлана.
Болгар боросон да көҙгө һалҡындар башланғансы йыйып ҡалырға кәрәк. Боросто әҙерәк һабағын ҡалдырып өҙһәң, тиҙ боҙолмаҫ. Был йәшелсә өйҙә яҡынса бер ай һаҡлана.
Фото: agroportal-ziz.ru