

Ошо көндәрҙә үк температура ҡапыл ғына түбәнәйә. Ямғыр ҙа, хатта ҡар ҙа яуыуы ихтимал. Бигерәк тә Мәскәүҙә яуым-төшөм көслө фаразлана. Баш ҡалаға яҡын төбәктәр ҙә бик рәхәтләнә алмаҫ, Питерҙа ла шул уҡ хәл.
Себерҙә ҡар яуасаҡ. Уралдың төньяғына ла ҡыш иртәрәк килеүе ихтимал. Көньяғында ҡар яумаһа ла, һалҡыны килер.
Әбейҙәр сыуағын көтмәгеҙ, булмаҫ, ахыры, ти метеорологтар. Ҡырым менән Кубань тирәһендә генә булмаһа. Хәйер, көньяҡта бәрхәт миҙгелде берәү ҙә ҡыуып ебәрергә ашыҡмай.
Беҙҙең Башҡортостанда иһә көҙ көҙсә: күптән көтөлгән ямғыр бер нисә көн яуасаҡ та, сентябрь урталарына +12 – +14 градус буласаҡ. Унан һуң тағы бер аҙ ямғыр фаразлана. Артыҡ өшөттөрмәҫ.