Дим буйҙары
+9 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2022, 11:18

Иген баҫыуына ут төрткән

Фермер бөртөклө культуралар үҫкән баҫыуҙарҙы яндырған.

Иген баҫыуына ут төрткән
Иген баҫыуына ут төрткән

Сәйер ваҡиға Дыуан районында август аҙағында булған. Ауыл кешеләре әйтеүенсә, фермер белә тороп бөртөклө культуралар үҫкән баҫыуҙарҙы яндыра. Шул уҡ ваҡытта видеола ул быны «Баҫыуҙан ашлыҡ урлайҙар һәм мин был енәйәтте баҫыуҙы яндырыу юлы менән булдырмай ҡалам» тип аңлата. Күрәһең, уттың күрше баҫыуҙарға һәм ҡоролмаларға күсеү ҡурҡынысын ул уйламай.
Шуныһы: 25 августан Башҡортостанда махсус янғын хәүефе режимы ғәмәлдә, баҫыуҙарҙа һәм урмандарҙа усаҡ яғыу тыйыла.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ирҙең был ҡылығы үҙе үк енәйәт - белә-күрә торып булған байлыҡты юҡ итеүгә ынтылыш сағыла. Шулай уҡ иргә янғынға ҡаршы режимды боҙған өсөн штраф янай.
Фото: кп.ру

https://kiziltan.ru

Иген баҫыуына ут төрткән
Иген баҫыуына ут төрткән
Автор:
Читайте нас в