Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь , 16:28

"Йыш килмә, әсәй..."

- Әсәй, беҙгә әллә ни йыш килеп йөрөмә инде. Һин ҡайтҡас киленеңдең бәреһе ҡуҙа ла китә, бына әле лә ғауғалашып, бер аҙналай һөйләшмәйбеҙ, - ғәйепле төҫ алып, сығыр яҡҡа йүнәлгән улының һүҙҙәрен ишетеп, Ғәлиә өнһөҙ ҡалды. Бына һиңә мә! 

"Йыш килмә, әсәй..."
"Йыш килмә, әсәй..."
Нисек инде “килеп йөрөмә”?! Онотҡанда бер тупһаһына баҫҡан килене менән улына бармаһа, “өләсәй” тип атлығып торған ейәне менән ейәнсәрен нисек күрер һуң? Ҡапыл зәңкеп ауырта башлаған башын тотоп, ҡатын тәҙрә янына барып баҫты. Ана, Фәнүре подъездан сығып бер аҙ тапанып торҙо ла, ҡиммәтле сит ил автомобиленә ултырып, күҙҙән юғалды. Эй, аллам, олоғайған көнөндә күҙ терәп торған берҙән-бер улыҡайынан ошондай һүҙҙәр ишетер тип кем уйлаһын? Институттың һуңғы курсында: “Әсәй, мин кәләш алам, туйға әҙерлән!” - тиеүенә ҡайһылай ҙа ҡыуанғайны. Буласаҡ киленен, оялсан ғына ҡыҙ баланы ла, үҙенекеләй күреп ҡабул итте. Күпме бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнеләр, ауыр һүҙ әйтеү түгел, бер ҡырын ҡараш ташлаһасы?! Башҡа сығабыҙ тигәстәре лә, ҡайһы берәүҙәр кеүек, яңғыҙымды ҡалдыраһығыҙ, тип еңмешләнеп ултырманы, киреһенсә, хәленән килгәнсе ярҙам итеп, һәр башланғыстарын хуплап-йөпләп торҙо. Йыш килмә, ти, улы, аҙнаһына бер-ике барып ҡайтыуын шулай күпһенделәр микән ни? Кәлтер-көлтөр маршрут таксийында ҡаланың бер осонан икенсе осона йыш барам тиһә лә, хәленән килмәҫ. Әллә шул килгән-киткәнендә ярҙам итергә маташып йөрөүен оҡшатмаймы килене? Ҡайҙа һарғайған һауыт-һабаһын ағарта, кафель-плиталарҙы таҙарта, балаларҙың кейем шкафын рәтләй. Аш алыштырһын, тип улына ул-был тәғәмен дә әҙерләй ҡай саҡ. Быларҙың барыһын да ниндәйҙер аҫтыртын уй-ниәт менән эшләмәй ҙәһә, игеҙ бала ҡараған килен кешегә бер аҙ ярҙам булһын тип кенә тырышып йөрөүе... Керпек ҡаҡмай уҙғарған төндәр, башында ҡайнаған мең төрлө уйҙар үҙенекен итте: Ғәлиә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, тамам хәлдән яҙҙы. Етмәһә бынау башы ла, тимер ҡоршау менән ҡыҫҡандай, түҙеп торғоһоҙ ауырта. Тороп йөрөгән арала күҙ алдары ҡараңғыланып, өй эсе зыр әйләнеп китә.
Кемдеңдер ҡаты итеп ишек дөбөрҙәтеүенә көс-хәлгә урынынан ҡалҡынды ҡатын. Улы килгәндер тигән өмөт менән ишекте асҡайны ла, күршеһе Сәбилә икән.
- Бәй, тауыш-тының юҡ, бер-бер хәл булдымы әллә?
- Әллә нишләп ауырытып тора лаһа, - тигән булды Ғәлиә.
- Ай-һай, әллә нишләп түгелдер инде, өс көн элек Фәнүреңдең инеп барғанын күргәйнем, тағы бер нәмә әйтеп сыҡҡандыр...
Нисек кенә ҡырталашмаһын, үткер, һиҙгер Сәбилә хәл-әхүәлдәрҙең төбө-тамырына төшмәй ҡаламы инде.
- Һинең кеүек әсәйҙе, ҡәйнәне көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә таба алмаҫһың! Килеүҙәренә мәжлес йыйғандай бешеренеп-төшөрөнөп, фатирыңды ҡыйып баҡҡыһыҙ ялтыратып ҡуяһың. Ҡыл ҡыбырлатмай тәгәрәп йөрөп ял итеп, ашап-туйып, тейәнеп ҡайтып китәләр! Хәҙер килеп, “Һин беҙгә ҡамасаулайһың”, имеш! Уй, шартлайым хәҙер! - ярһыуынан йөҙө тимгел-тимгел ҡыҙыл таптар менән ҡапланған Сәбилә ултырған урынынан тороп уҡ китте. - Беләһеңме нимә, ғүмер баҡый, балам тип, үҙеңде онотоп йәшәнең. Әле булһа шулар тип өҙөлөп тораһың. Бәлки, ысынлап та, артыҡ хәстәрең менән йонсотоп китәһеңдер йәштәрҙе?! Үҙҙәренсә йәшәһендәр, ҡыҫылма, саҡырмай тороп барма! Таһирың үлгәне бирле ир-атҡа күтәрелеп ҡарау түгел, бер күлдәк алып кеймәнең, етер инде, үҙең өсөн йәшә!
- Бынағайыш, улайтып үҙең өсөн генә йәшәп буламы ни?
- Пенсияңдың бер тинен ҡалдырмай улыңа биреп торһаң, булмай инде! Фәнүрең аҡсаға мохтаж түгел, ҡырып-һепереп бирергә тимәгән! Ана, һаулығыңды тикшерт - бөтөнләй төҫөң ҡасҡан, яйлап берәй шифаханаға барып ҡайт, кейем-һалым ал, донъя күреп, тегендә-бында йөрө, кеше менән аралаш, - Сәбилә бер аҙ тынысланып, алдындағы сәйенә үрелде...
 

Күршеһен оҙатып, ҡашығаяҡ йыйған арала, Сәбиләнең әйткәндәрен ҡат-ҡат башында әйләндерҙе Ғәлиә. Һы, үҙең өсөн йәшәп ҡара, ти. Барыһына төкөр ҙә, тик үҙеңде генә хәстәрләп йәшәп тик ят, имеш! Йәштәргә ҡамасаулама, ти бит әле етмәһә. Ух, Сәбилә, әйтһә әйтә лә ҡуя! Хәйер, ни ғүмер күрше йәшәп, кешегә генә түгел, балаларына ла дарҫ-дорҫ ҡатындың балауыҙ һығып, мыжып ултырғанын күргәне бармы берәй ҡасан? Эшләр эшен эшләп, теләгәнен тешләп, үҙ көйөн ҡайғыртып ҡына йәшәп тик ята. Ә уландары, килендәре һуң - әмер биреп түр башында ултырған ханбикә алдында тек баҫалар. Яңыраҡ, ана, балалар юллама бүләк итте, тип, шифаханаға барып ҡайтты. Ҡайһылай ҙа сафланып, йәшәреп ҡайтты унан! Үҙе менән күпме театр-концерттарға ла саҡыра, кеше араһына тыпа сыҡҡым килмәй, тип тора ла ҡала быныһы.

Юҡ-юҡ, барыһына ла үҙе ғәйепле Ғәлиә. Атаһы үлгәс, етемлеген тоймаһын тип, Фәнүрен дә үтә иркәләтте, буғай. Хатта килене лә бер нисә тапҡыр, “Уй, ҡәйнәм, бигерәк мин-минлекле, еңмеш итеп үҫтергәнһегеҙ улығыҙҙы”, - тип ысҡындырғаны булды. Ни ҡылмаҡ хәҙер, артҡа ҡарай юл юҡ, холоҡ-фиғеле үҙгәрмәҫ. Шулай ҙа, килен кешелә уҫаллыҡ юҡ түгел, ни тиһә лә, тыңлата, үҙ яйына ҡуя Фәнүрҙе...

Тегенеһе-быныһы тураһында уйланып, бер аҙ шәмәреп тә алып, Ғәлиә, ниһайәт, бер фекергә килде. Ни булһа ла булыр, Сәбилә әйтмешләй, “үҙе өсөн генә йәшәп” ҡараһын әле. Улы менән килененә лә бармай торор... Иртәгә үк йыйынып, тыуған ауылына - атай-әсәй нигеҙенә ҡайтып китер. Апайы менән күрешмәгәндәренә ни заман! Тәүҙә баҙарға сыға һалып әйләнер, үҙенә килешле генә күлдәк алыр, күстәнәс-маҙар йыйыр...

Икеле-микеле уйҙар менән булһа ла, ниәтләгәндәрен тормошҡа ашыра торҙо Ғәлиә. Ауылға ҡайтып, өй беренсә тиерлек туғандарында ҡунаҡлап, өс аҙна тигәндә саҡ ҡайтып килде ҡалаға. Ай-вайына ҡуймай, әсәһен Фәнүр вокзалдан уҡ ҡаршы алды.

- Ҡайтырға өлгөрөрһөң, башта беҙгә барайыҡ, теге ике бәләкәс һине таптырып бер була. Киленең дә аш һалып, бәлеш бешереп көтөп тора.

Бына һиңә, өс аҙна эсендә донъялар үҙгәреп киткән түгелме? Яңыраҡ ҡына, “йыш килмә”, тип ҡайтҡан улы ҡайһылай ҙа өлтөрәп тора! Тимәк, яндырай Сәбилә юҡ кәңәш бирмәгән, - автомобиль тәҙрәһенә төбәлеп, йылмайып барған Ғәлиә ғүмерендә беренсе тапҡыр үҙен кәрәкле кеше итеп тойҙо. Һағынғандар, көткәндәр алтындары! Бынан ары ла баһаһын, самаһын белеп эш итер инде. Иң мөһиме, һуңлап булһа ла (бәлки, үҙ ваҡытындалыр) шуны аңланы: мөхәббәт һәм хәстәрлек тә хаттин ашмаҫҡа тейеш.

Фото: rod-storonatar.ru 

 
"Йыш килмә, әсәй..."
"Йыш килмә, әсәй..."
Автор:
Читайте нас в