Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь , 16:42

Республикала «Трактор» операцияһы башланды

1 сентябрҙән «Трактор» операцияһы башланды. Үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы 30 сентябргә тиклем дауам итә. Был турала Башинформ хәбәр итә. 

Республикала «Трактор» операцияһы башланды
Республикала «Трактор» операцияһы башланды

Тикшереү барышында машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленә. Үҙ йөрөшлө машиналарҙы ғына түгел, уларҙың тағылмаларын хәүефһеҙ файҙаланыуға ла етди иғтибар бирелә.

«Трактор» операцияһын Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы үткәрә.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас в