

«Салауат Юлаев» клубының элекке ҡапҡасыһы Әнүәр Сөләймәнов 5 сентябрҙә армияла хеҙмәт итмәҫ өсөн ришүәт биреү тураһында эш буйынса Өфөнөң Ленин районы судында һуңғы һүҙ менән сығыш яһаны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Ул шартлы рәүештә 5 йылға хөкөм ителде. (Енәйәт кодексының 30-сы статьяһы, «ришүәт бирергә маташыу» статьяһы - ред.)», - тип белдерҙеләр судта.
Алдан хәбәр ителгәнсә, прокурор 3 миллион һум күләмендә штраф һалыуҙы һораған, ләкин уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Өфө вузының спорт менән шөғөлләнгән ике студенты, таныштары кәңәш иткәнсә, енәйәт эше фигуранты Фәрит Сәмиғуллинға уларҙы хәрби бурыстан азат итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Бизнесмен студенттарға хәрби комиссариатта эшләгән танышы аша хәрби билет һатып алырға кәңәш биргән.
Йәштәр ризалашҡан. Ришүәттең суммаһы яҡынса 170 һәм 175 мең һум тәшкил иткән. Студенттар аралашсы менән ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкән.
РИА Новости агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, енәйәт эше судҡа тапшырылғас, унда фигуранттарҙың икәү түгел, ә өсәү (Әнүәр Сөләймәнов, Владислав Лукин һәм Михаил Воробьев) булыуы асыҡланған. Тәфтишселәрҙең өсөнсө спортсының нисек эҙенә төшөүҙәре тураһында рәсми мәғлүмәт юҡ.