Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь , 08:54

Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт ипотекаһы программаһын раҫланы

Рәсәйҙә сәнәғәт ипотекаһы программаһы – предприятиеларға сәнәғәт производствоһын тормошҡа ашырыу өсөн күсемһеҙ милек һатып алыуға льготалы кредит биреү программаһы башлана. 

Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт ипотекаһы программаһын раҫланы
Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт ипотекаһы программаһын раҫланы

Сәнәғәт ипотекаһы программаһы сиктәрендә кредит йылына 5% льготалы ставка менән ете йылға тиклем бирелә. Технологик компаниялар өсөн ставка тағы ла түбәнерәк – йылына 3% ҡына. Кредиттың максималь күләме – 500 миллион һум. Етештереү өсөн әҙер майҙандар һатып алырға йыйынған предприятиеларҙың ошондай ипотека алырға хоҡуғы бар.

5 сентябрҙә Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә сәнәғәт ипотекаһы программаһының башланыуын иғлан итте.

Сәнәғәт ипотекаһы программаһы һынау үткән төбәктәр иҫәбендә Башҡортостан да бар. Унда Өфө индустриаль паркы һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһы ҡатнаша.

Башинформ. 

Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт ипотекаһы программаһын раҫланы
Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт ипотекаһы программаһын раҫланы
Автор:
Читайте нас в