Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь , 18:27

Файҙалы һут

Уны әҙерләү өсөн ни бары сөгөлдөр, кишер һәм алма талап ителә  

Файҙалы һут
Файҙалы һут
Әле баҡсаларҙа уңыштың иң мул сағы: йәшелсәләр күптән йыйып алынды, кишер-сөгөлдәрҙәр ҡаҙып алыуҙы көтөп ултыра, картуфтар баҙға тултырыла. Ә тышта - көҙгө һалҡынлыҡ тантана итә.
Ҡышҡылыҡҡа бер аҙ иммунитетты нығытыу ҙа ҡамасауламаҫ, шуға күрә түбәндәге бик ябай салат һәм һуттарҙы ҡулланып ҡарағыҙ әле.
Ғәҙәттә, күптәр сөгөлдөрҙө бешереп ашарға ғәҙәтләнгән. Әммә диетологтар тамыраҙыҡтарҙы сей килеш тә туҡланыу рационына индерергә кәңәш итә.
Бер самала алынған кишер, сөгөлдөр, алманы ҡырғыс аша үткәреп, ҡаймаҡҡа болғап ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Тәменә ҡарап аҙ ғына шәкәр йәки бал өҫтәргә мөмкин. Был салатты даими ашау иммунитетты нығыта, организмды таҙарта.
Бешмәгән сөгөлдөр һәм кишерҙең һуты ла ифрат файҙалы. Ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын нығыта, эшкә һәләтлелекте арттыра, көс-дәрт өҫтәй, организмды токсиндарҙан таҙарта.
Сөгөлдөр һуты менән халыҡ элек-электән ангинаны бик һөҙөмтәле дауалаған. Бының өсөн көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡатырға кәрәк. Ә инде бешмәгән сөгөлдәрҙән яһалған салатты даими ашау йәки уның һутын эсеү был сирҙе иҫкәртеүҙә бик һөҙөмтәле сара иҫәпләнә.
Организмда таш булғанда, пиелонефрит, гидронефроз, ашҡаҙан сей яраһы, ҡан баҫымы түбән булғанда был эсемлек тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ 12 йәшкә тиклемге балаларға ла кишер-сөгөлдөр һутын саманы белеп бирергә кәрәк. Бындай осраҡтарҙа иң яҡшыһы – табип менән кәңәшләшеү!

https://bashgazet.ru

 
 
 
Файҙалы һут
Файҙалы һут
Автор:
Читайте нас в