Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь , 14:36

Йөҙ бал йыйған ҡыҙ ниндәй уҡыу йортон һайлаған?

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы урта мәктәбен тамамлаған Алһыу Нәбиуллинаның хыялы тормошҡа ашҡан

Йөҙ бал йыйған ҡыҙ ниндәй уҡыу йортон һайлаған?
Йөҙ бал йыйған ҡыҙ ниндәй уҡыу йортон һайлаған?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыу химия буйынса 100 балл йыйғайны, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы урта мәктeбенең тәжрибәле биология уҡытыусыһы Зәрә Хәйҙәр ҡыҙы Хисмәтуллина етәкселегендә биология hәм экология буйынса олимпиаданың муниципаль этабында бер нисә тапҡыр еңгән. Ҡыҙ ҡайҙа уҡырға инеүе, киләсәктә кем булырға теләүе тураһында һөйләне.

— Әйт әле, хыялыңды тормошҡа ашыра алдыңмы?

— Әлбиттә! Үҙем теләгәнсә, Башҡорт дәүләт медицина университетына дауалау факультетына уҡырға керҙем.

— Уҡырға кергәндә балдар һиңә ярҙам иттеме?

— Эйе, улар иҫәбенә бюджетҡа уҡырға керҙем. Алда — уҡыу һәм мауыҡтырғыс студет тормошо. 

— Бөгөнгө көндә нимә кyрә алдың, үҙләштерҙең? Һөнәр һайлау менән  ҡәнәғәтһеңме?

— Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендe коллективҡа эйәләштем, студенттар тормошо менән танышып өлгөрҙөм. Хирургия түңәрәгендә булдым, хирургтың төп күнекмәләрен өйрәндем. Иң мөhиме — лекцияларҙы тиҙ яҙырға өйрәндем, учреждение hәм аудитория корпустарының исемен ятланым. Һайлауҙан бик ҡәнәғәтмен, 9-сы кластан бирле шуға ынтылдым. Миңә БДМУ бик оҡшай. Бында дуҫтанә атмосфера. Дәрестәрҙә ауыр, ләкин hәр ваҡыт мауыҡтырғыс.

— Уҡыуҙыңды тамамлағас, кем булып эшләргә теләйһең?

— Киләсәктә кем булыуырымды әйтә алмайым, сөнки минең алда алты йыл уҡыу тора.

— Интернетта йөҙ балл йыйған кешеләр аҡсалата компенсация ала ала, тип яҙғайнылар.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин бер нимә лә алманым.

— БДИ буйынса юғары балдар тураһында хыялланған буласаҡ мәктәпте тамамлаусыларға ниндәй кәңәш бирә алаһың?

— БДИ буйынса максималь балдар алыу өсөн, фәнде имтиханға  ҡәҙәр бер йыл алдан ятлай башламайҙар, ә 11 йыл дауамында яҡшы уҡырға кәрәк. Мәктәп йылдарынан ҡәнәғәт булыуығыҙҙы теләйем.

Карина ИВАНОВА.

Фото Алһыу Нәбиуллинаның шәхси архивынан.

Йөҙ бал йыйған ҡыҙ ниндәй уҡыу йортон һайлаған?
Йөҙ бал йыйған ҡыҙ ниндәй уҡыу йортон һайлаған?
Автор:
Читайте нас в