Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь , 12:59

Алма бәлеше

Бик тәмле алма бәлеше. Бөтә ингредиенттар ҙа 1 стакан итеп алына.

Алма бәлеше
Алма бәлеше

Бәлеш өсөн 1 стакан манный ярмаһы, он, шәкәр, һөт,уртаса ҙурлыҡта 5 алма,  1,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс,3-5 аш ҡалағы лимон һуты кәрәк.

Манный ярмаһын, ондо, шәкәрҙе, ҡамыр йомшарҡысты бергә ҡушып бутарға.
Алманы эре ҡырғыстан үткәреп , ҡараймаһын өсөн өҫтөнә лимон һуты һибергә.
Табаны маргарин, йә иһә аҡ май менән майлап, бер стакан ҡоро ҡамырҙы һалып тигеҙләп йәйергә. Өҫтөнә ҡырған алманы һалырға. Тағы ла - ҡоро ҡамыр - алма йәйәбеҙ. Өҫкө ҡаты ҡоро ҡамыр була.
Духовкаға тығыр алдынан бәлештең өҫтөнә бер стакан эҫе ҡайнап торған һөт ҡойорға кәрәк. Һөт аҫҡы ҡатына ла үтһен өсөн бәлеште бысаҡ йәки сәнске менән тишкеләргә .
180°С ҡыҙыулыҡтағы мейестә  50 минут бешә.
Һөт урынына өҫкө ҡатына май киҫәктәре теҙеп сығырға ла була.

Фото:fotostrana.ru

https://ye102.ru
Автор:
Читайте нас в