Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
27 Сентябрь 2022, 04:41

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылырмы?

Мобилизацияланған кешеләр күпме аҡса аласаҡ?  

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылырмы?Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылырмы?
Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылырмы?

Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, гүзәл заттар мобилизацияланырға тейеш түгел, ләкин кәрәкле хәрби-иҫәп белгеслеге булған осраҡта контракт буйынса хеҙмәт итергә мөмкин. Контракт төҙөгән ҡатын-ҡыҙҙың төп өлөшө - медицина хеҙмәткәрҙәре.

“Улар махсус хәрби операция зонаһында ла үҙ бурыстарын үтәй. Күптәре дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән дә инде. Ләкин мобилизация ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырыуҙы күҙ уңында тотмай”, – тине Башҡортостандың хәрби комиссары.

Мобилизацияланған граждандарҙы түләүҙәр мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы. Михаил Блажевич хәбәр итеүенсә, улар контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр кеүек үк түләү һәм ташламалар аласаҡ.

– Ил Президентының өлөшләтә мобилизациялауҙы иғлан итеү тураһында указында бер нисә пункт бар. Унда мобилизациялау буйынса саҡырылған граждандар хәрбиҙәргә контракт буйынса барлыҡ тейешле льготалар, страховка түләүҙәре һәм аҡсалата тәьминәт менән тиңләштерелә. Был түләүҙәр исемлеге бик ҙур. Был – махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ингәнгә тиклем аҡсалата тәьминәт. Аҙаҡ зонаға килгәндән һуң аҡсалата тәьминәт ярайһы уҡ арта. Әүҙем хәрби хәрәкәт алып барғанда айына 200-300 мең һум алырға мөмкин”, – тип хәбәр итте хәрби комиссар.

Быйыл яҙ сроклы хеҙмәттән демобилизацияланған граждандың өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә яңынан саҡырылыуы ихтимал. Барыһы ла уның һөнәренән тора.

– Уларҙы саҡырмау өсөн законлы нигеҙ юҡ. Әммә шуны асыҡ әйтә алам, саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән егеттәргә һәм хәҙер көҙгө саҡырыуҙан ҡайтҡандарға һаҡсыл ҡараясаҡбыҙ. Әлбиттә, беҙ уларҙы иҫәпкә ҡуйғанда шунда уҡ повестка бирмәйәсәкбеҙ. Ләкин һөнәрҙәренә ҡарап, әгәр ул һирәк белгес булһа, яҙғыһын ҡайтҡандарҙы саҡырырға мөмкин булыр, моғайын. Барыһы ла призывниктың кәрәклегенән һәм һөнәренән тора, – тип аңлатты Михаил Блажевич.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы үҙенең хеҙмәтен башлағандан алып өс ай үткәс тә Рәсәй Ҡораллы Көстәренә контракт хеҙмәтенә күсә ала.

“Өс айҙан саҡырылыш буйынса һәр хәрби хеҙмәткәр үҙенең хәрби часында контракт төҙөргә һәм хеҙмәтен дауам итергә хоҡуҡлы”, – тине Михаил Блажевич.

Фото: 25mk.ru

https://bashgazet.ru

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылырмы?
Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә саҡырылырмы?
Автор:
Читайте нас