Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2022, 17:45

Юшҡын ни өсөн зарарлы?

Өҫтәүенә юшҡын һыуҙың тәмен һәм составын үҙгәртә...

Юшҡын ни өсөн зарарлы?
Юшҡын ни өсөн зарарлы?

Сәйнүктәге юшҡындың сәләмәтлеккә тәьҫире тураһында уролог-андролог Владимир Степанов түбәндәгеләрҙе һөйләне.

“Сәйнүккә юшҡын ултырыуы сәләмәтлек өсөн бик насар, – тине ул. – Тәүҙә ул һыу менән ашҡаҙанға эләгә. Был организмда кальций тоҙҙарының күбәйеүенә килтерә. Аҙаҡ ҡанда кальций кимәле күтәрелә, был бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүенә юлыҡтырыуы ихтимал”.

Бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүе Рәсәйҙең айырым төбәктәре өсөн хас. Юшҡын шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы ағзаларына кире тәьҫир итә. Уның төрлө төҫтә булыуы һыу составы тураһында һөйләй. Аҡһыл-һоро төҫ унда тоҙҙар, һары төҫ – тимер күплеге, аҡ төҫ хлорҙың артыҡлығы тураһында һөйләй. Һағайырға сәбәп бар: кальций, магний һәм хлорҙың саманан тыш күплеге сәләмәтлеккә зарар килтерә, ғөмүмән, организмға витамин һәм минералдарҙың артыҡ инеүе төрлө сирҙәргә – артрит, артроз, бөйөр, үт ҡыуығы һәм башҡа сирҙәргә юлыҡтырыуы мөмкин. Өҫтәүенә юшҡын һыуҙың тәмен һәм составын үҙгәртә. Юшҡын ултырған приборҙар тиҙ сафтан сыға, ә сәйнүк ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ ҡайнаясаҡ.

Сәйнүкте ҡул аҫтында булған ябай саралар менән бик тиҙ таҙартырға мөмкинлеген хужабикәләр белә. Мәҫәлән, лимон кислотаһы, уксус, сода, газлы эсемлек һалып ҡайнатып та уны юшҡындан таҙартып була. Тик сәйнүктең ниндәй материалдан эшләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк, ти белгестәр. Электр сәйнүктәрен таҙартыу өсөн уксус, сода һәм лимон кислотаһын ҡулланыу яҡшы. Газлы эсемлек ҡулланыу тыйыла, сөнки шәкәр һәм буяуҙарҙың йылытыу элементтарына зарар килтереүе ихтимал. Эмалле сәйнүктәрҙе таҙартыу өсөн сода ғына ҡулайлы. Юшҡындың барлыҡҡа килеүен кәметеү өсөн фильтрҙар ҡулланығыҙ, ҡайнатҡандан һуң сәйнүктәге һыуҙы оҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ, сәй ҡайнатыу өсөн һәр саҡ һыуҙы алмаштырығыҙ.

Фото:podvesnoe.ru

Юшҡын ни өсөн зарарлы?
Юшҡын ни өсөн зарарлы?
Автор:
Читайте нас: