+30 °С
Облачно


Бынан алда 7-14 йәшлек 17 ҡыҙ һәм 15 малай Донецк ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында йәшәгән. Хәҙер уларҙы Учалы, Күмертау һәм Күгәрсен райондарындағы Ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү үҙәктәрендә көтәләр.
Үҙәктәрҙә балалар өсөн тейешле шарттар булдырылған. Бер туғандарҙы бер-береһенән айырмаясаҡтар. Документтарын рәсмиләштергәс, балаларға яңы ғаилә эҙләйәсәктәр.
Тиҙҙән республикаға тағы ла ун бала килтереләсәк.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru