Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
3 Октябрь 2022, 16:42

Насар ишеткәндәрҙе хәстәрләп

Һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләр өсөн Өфөлә 2-се Рәсәй чемпионаты уҙғарыла.

Насар ишеткәндәрҙе хәстәрләпНасар ишеткәндәрҙе хәстәрләп
Насар ишеткәндәрҙе хәстәрләп

20 октябрҙән 22-һенә тиклем баш ҡалабыҙҙа ишетеү һәләте боҙолған 18 - 35 йәшлектәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса 2-се DeafSkills милли чемпионаты үтә. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Президент гранттары фонды ярҙамында Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте ойоштора. 

Чемпионаттың төп бурысы – йәмәғәтселек иғтибарын һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләр проблемаһына йәлеп итеү. Шулай уҡ һөнәри белем биреү үҫеше институтын үҫтереү ҙә төп маҡсат, был иһә Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында уларға лайыҡлы көнәркәш булыуға булышлыҡ итә.

“Һаңғырау һәм насар ишеткәндәр араһында эшкә егәрлеләр бик күп. Улар төрлө эшмәкәрлектә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. DeafSkills чемпионатын уҙғарып, уларҙың һәләттәрен асырға ярҙам итәбеҙ, эш биреүселәргә күрһәтәбеҙ, һөнәри яҡтан үҙҙәрен тормошта табырға, лайыҡлы эш урындарын биләргә мөмкинлек бирәбеҙ” , - ти Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Станислав Иванов.

DeafSkills тәүге милли чемпионаты былтыр декабрь айында Ҡазан ҡалаһында уҙғарылды. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының демократия фондының “Йәмәғәт процестарында ҡатнашыу һәм Рәсәй Федерацияһында ишетеү һәләте боҙолған йәштәр өсөн бойондороҡһоҙлоҡ һәм хеҙмәткә урынлашыу” социаль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Унда Рәсәйҙең 49 төбәгенән ишетеү буйынса 222 инвалид ҡатнашты. Ярыштар дүрт ҡала майҙансығында 26 төрлө һөнәри компетенциялар буйынса барҙы. Жюри составына төрлө өлкәләрҙән 130 эксперт инде.

Быйыл чемпионат киңәйтелә. Был юлы ул 34 компетенция буйынса уҙғарыласаҡ. Яңы йүнәлештәр буйынса медицина һәм лаборатория анализы, туризм, клининг, адаптив физкультура бар. Ярыштар туғыҙ майҙансыҡта барасаҡ.

фото: “Ватандаш” журналы сайтынан.

https://bashgazet.ru

Насар ишеткәндәрҙе хәстәрләп
Насар ишеткәндәрҙе хәстәрләп
Автор:
Читайте нас