

Өфөлә тикшереүселәр «Салауат Юлаев» клубы хоккейсыларына хәрби билет алырға ярҙам иткән хәрби комиссар Константин Воропаевтың ҡатынын ҡулға алған. Был турала mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә.
Тикшереү күрһәтеүенсә, Анжелика Воропаева иренә Калинин һәм Орджоникидзе райондары территорияһында саҡырылырға тейешле егеттәрҙе хәрби билет менән тәьмин итергә ярҙам иткән.
Билдәле булыуынса, суд хәҙер енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашҡан өсөн иректе сикләү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Ир менән ҡатындың балиғ булмаған балаһы үҫә һәм ҡатынды, моғайын, өйөнә ҡайтарып ебәрерҙәр.
Фото: мк.ру
https://kiziltan.ru