Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 20:11

Ниңә әрме кәрәк-ярағына хаҡ артҡан?

Депутаттар армия кәрәк-яраҡтарына хаҡтар артыуға бәйле Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына мөрәжәғәт итте.

Ниңә әрме кәрәк-ярағына хаҡ артҡан?
Ниңә әрме кәрәк-ярағына хаҡ артҡан?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Хомяков адресына хәрбиҙәр өсөн махсус кейемгә, шулай уҡ медицина изделиеларына һәм дарыу препараттарына хаҡтарҙың артыуына бәйле мөрәжәғәт ебәрҙе, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

– Һуңғы аҙнала депутаттар адресына һайлаусыларҙан күп мөрәжәғәт килде. Уларҙа армия кәрәк-яраҡтарына һәм иң кәрәкле медицина тауарҙарына хаҡтарҙың ярайһы ғына артыуы тураһында һүҙ бара, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ошондай уҡ хәл күрше төбәктәрҙә лә күҙәтелә. Беҙ, республика баҙарҙарындағы хәлде анализлауҙы һорап һәм һорау артыуға бәйле хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттырған ҡайһы бер һатыусыларҙың намыҫһыҙ ғәмәлдәренә сик ҡуйыу кәрәклеген билдәләп, Монопополияға ҡаршы хеҙмәт тарафынан саралар күреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт ебәрҙек.

Парламент спикеры белдереүенсә, кәрәк икән, депутаттар Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы менән берлектә монополияға ҡаршы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр тикшерәсәк һәм тейешле закон проекттарын әҙерләйәсәк. Яҡын арала БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә эшлекле кәңәшмә үткәреләсәк.

https://ye102.ru

 

Ниңә әрме кәрәк-ярағына хаҡ артҡан?
Ниңә әрме кәрәк-ярағына хаҡ артҡан?
Автор:
Читайте нас: